Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
7 Март 2018, 06:34

Һылыу ҡыҙҙар, ғәзиз әсәләр, һөйкөмлө өләсәйҙәр!

Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң матур, яҡты байрамдарҙың береһе – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Хәстәрлекле һәм илаһи, һөйкөмлө Һәм матур, тоғро һәм зирәк булғанығыҙға һоҡланабыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уныштар, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ бәхете, янығыҙҙа һәр саҡ терәк-таянысығыҙ булған ысын ир-ат булһын, яратып-яратылып йәшәгәҙ!

Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң матур, яҡты байрамдарҙың береһе – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Хәстәрлекле һәм илаһи, һөйкөмлө Һәм матур, тоғро һәм зирәк булғанығыҙға һоҡланабыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уныштар, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ бәхете, янығыҙҙа һәр саҡ терәк-таянысығыҙ булған ысын ир-ат булһын, яратып-яратылып йәшәгәҙ! Йортоғоҙҙан балалар тауышы тынмаһын. Һәр ваҡыт шулай тырыш, эш һөйөүсән, теүәллек һәм матурлыктың нәфис өлгөһө булып ҡалыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Бер ваҡытта ла ауырымағыҙ, йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күңелегеҙҙән ышаныс китмәһен.
8 Март байрамы – яҙғы йылы, наҙлы ҡояш нурҙарындай матурлыҡ, ерҙә тормошто мәңгелек итеүсе бөйөклөк, нәфислек һәм батырлыҡ, мөхәббәт байрамы.
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре,
Был донъяның таймаҫ терәге.
Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең.
Бөтә кешелектең йөрәге.
Ошо яҡты байрам көндө
Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ.
Шатлыҡ, бәхет һәм гел йәшәгеҙ,
Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ.
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” төбәк гәзите коллективы.
Читайте нас