Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Март 2018, 09:29

Өйҙәге төп эште әле һаман да ҡатын-ҡыҙҙар башҡара – тикшереү

Өйҙәге төп эште әүәлгесә ҡатын-ҡыҙҙар башҡара, ир-егеттәрҙең бурысы сүп-сар сығарыуға (47%) һәм автомобилде хеҙмәтләндереүгә (81%) ҡайтып ҡала. «Ромир» холдингы мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.

Өйҙәге төп эште әүәлгесә ҡатын-ҡыҙҙар башҡара, ир-егеттәрҙең бурысы сүп-сар сығарыуға (47%) һәм автомобилде хеҙмәтләндереүгә (81%) ҡайтып ҡала. «Ромир» холдингы мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.
«Рәсәй ғаиләләрендә өйҙәге төп эште әүәлгесә ҡатын-ҡыҙ башҡара. Ир кеше ярҙам итһә лә, хужабикәнең мәшәҡәттәре бөтмәй» – тип хәбәр итә «РИА Новости».
Һөҙөмтәләргә ярашлы, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 74% — кер йыуыу, 76% кер үтекләү өсөн яуап бирә. Ғаиләләрҙең 52% — аш-һыу әҙерләү, 45% өй йыйыштырыу ҙа ҡатын-ҡыҙ елкәһендә.
Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәре менән бергә балалар тәрбиәләүҙә (71%), аҙыҡ-түлек һатып алыуҙа (65%), һауыт-һаба йыуыуҙа (50%), өй йыйыштырыуҙа (47%) һәм йорт хайуандарын тәрбиәләүҙә (40%) ҡатнаша.
Өҫтәүенә ирҙәр 3% осраҡта ғына — аш-һыу әҙерләүгә, 6% һауыт-һаба йыуыуға яуап бирә. Көслө зат вәкилдәренең 3-4 % ғына фатирҙы йыйыштырыу, кер йыуыу һәм үтекләү менән шөғөлләнә.
Читайте нас