Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Март 2018, 06:29

Рөстәм Хәмитов Благовещенда төҙөлөп ятҡан мәктәптә булды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Благовещенға эш сәфәре барышында республиканың 100 йыллығына юбилей объекттары исемлегенә индерелгән 320 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлөшө менән танышты.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Благовещенға эш сәфәре барышында республиканың 100 йыллығына юбилей объекттары исемлегенә индерелгән 320 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлөшө менән танышты.
Дөйөм майҙаны 10,3 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бинала башланғыс һәм өлкән кластар өсөн блоктар, ашхана, тамашалар һәм спорт залы ҡаралған. Мәктәп биләмәһендә баскетбол майҙансығы йыһазландырылған. Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы бөгөнгә 230 миллион самаһы тәшкил иткән.
Рөстәм Хәмитов мәктәп биналарын ҡарап сыҡты, төҙөүселәрҙең етешһеҙлектәренә күрһәтте һәм уларҙы тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты.
Подряд ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, объекттағы эштәрҙе алдағы айҙарҙа тамамлау күҙаллана, шунан һуң ул муниципалитетҡа тапшырыла. 1 сентябрҙә иһә белем усағы үҙ ишектәрен аса.
– Беҙ яңы мәктәпте ҡараныҡ – заманса, ҡыҙыҡлы, иркен, – тине Рөстәм Хәмитов сәфәр йомғаҡтары буйынса.
Читайте нас