Башҡортостан гидрометеорология үҙәгендә ағымдағы аҙнаға һауа торошона аныҡлыҡ индерҙеләр. 7-8 марта йәнә һыуыҡ көтөлә. Төндә һауа температураһы -17, -22 градусҡа тиклем төшәсәк, аяҙытҡанда -27, көндөҙ – -7,-12 градус була.
7 мартта көслө елдә буран һаҡлана.
6 мартта ел секундына 15-20 метрға тиклем көсәйгәндә буран дауам итә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, көрт, боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Күреү мөмкинлеге 500 метрғаса насарая, һауа температураһы төндә -10, -15, көндөҙ -6, -11 градус була.