Балаларҙың ышаныс телефоны сайтында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған #МинҮҙемШулайБулдым тигән акция үтә. Унда ҡатнашыу өсөн ойоштороусыларҙың адресына ике фото ебәрергә кәрәк: береһе – баланың рәсеме, ә икенсеһе – һеҙҙең бала саҡтағы фотоғыҙ. Акция 10 мартҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Проектта ҡатнашҡан өсөн һәр әсә өй өсөн ҡиммәтле бүләк, шулай уҡ ике фотонан торған сағыштырма коллаж аласаҡ.
Ваҡыт менән үҙебеҙҙең дә бала булғаныбыҙҙы онотабыҙ. Ниндәйҙер кимәлдә бында ғаилә эсендәге бәхәстең һәм ышанмаусанлыҡтың сәбәбе йәшеренә, тип иҫәпләй идея авторҙары. Ҡайһы берҙә артҡа әйләнеп ҡарарға һәм балалар, ата-әсәләр араһында аңламаусанлыҡ менән оҙатылған үҫмерҙәрҙә боласылыҡ осоро – ул хәҙерге әсәләр ҙә уның аша үткән киң таралған күренеш икәнлеген хәтергә төшөрөргә кәрәк. Үҙеңде шуҡ һәм ҡыҙыҡһыныусан бала йәки уйланыусан һәм ярһыулы үҫмер итеп хәтергә төшөрөп, әсәләргә уларҙың балаларының күңелендә нимә барғанын аңлау, улар менән бәйләнеште көйгә һалыу еңелерәк буласаҡ.