Өфөлә буласаҡ әсәләр әле донъяға килмәгән сабыйҙарының 3D-моделенә заказ бирә ала. Бындай хеҙмәт проектын урындағы йәш эшҡыуарҙар уйлап сығарған, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
Ҡарындағы баланың аныҡ проекцияһын эшләү өсөн яҡшы сифаттағы УЗИ-рәсеме кәрәк. Һуңынан 3D-принтер ярҙамында модель эшләнә. Өҫтәүенә, макетты гипстан йәки пластиктан эшләргә, алтын йәки көмөш менән ҡапларға мөмкин.
Буласаҡ әсәләр араһында был уй-фекер хуплау тапты, күптәре үҙҙәре һәм буласаҡ бала өсөн йөклө булыу осорон иҫтәлеккә ҡалдырырға теләй. Бынан тыш, был технологияны ҡарындағы баланың йөҙөндәге дефекттарҙы диагностикалау, шулай уҡ тыумыштан булған арҡа мейәһе бүҫерен дауалау өсөн файҙаланырға мөмкин тип иҫәпләнә. Оҡшаш хеҙмәттәр АҠШ-ла һәм Бөйөк Британияла ҙур һорау менән ҡуллана.