Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Март 2018, 09:42

Республика юлдарында хәл: боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты республикала автомобиль юлдарының хәле буйынса оператив мәғлүмәт ебәрҙе. 5 мартта иртәнге сәғәт 7-ләге мәғлүмәттәр буйынса, иң түбән һауа температураһы – 13,1 градус – Баймаҡ районында теркәлгән, иң юғары – Ғафури районында – -2,6 градус.

Тотош республика буйынса болотло һауа торошо, урыны менән буран һәм ҡар һырынтылары. Дымлылыҡ 85 процент, ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7 метр. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге 300 метрҙан ашыу.
Трассаларҙың ҡайһы бер участкаларында эләктергес коэффиценты түбәнәйгән, боҙлауыҡ күҙәтелә.
Боҙлауыҡ менән хәүефле ҡурҡыныс юл участкалары:
— Өфө-Бөрө-Яңауыл (Благовещен, Борай райондары),
— Кропачево-Мәсәғүт-Әчит (Мәсетле районы),
— Дүртөйлө-Нефтекама (Краснокама районы),
— М-5 «Урал» — Шишмә — Аксёнов — Ҡырғыҙ-Миәкә (Дәүләкән районы),
— Борай-Иҫке Балтас-Ҡуйыҙа (Тәтешле районы),
— Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы (Баҡалы районы)
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, 4 марттан 5 мартҡа тиклемге осорҙа республикала юлдарҙы таҙартыуға һәм ҡарауға 108 берәмек махсус техника сыҡҡан.
Читайте нас