Леонид Рошаль Башҡортостанға килде. Рәсәй Милли медицина палатаһы ойоштороусыһы һәм президенты, күренекле Совет һәм Рәсәй педиатры һәм хирургы, «Донъялағы балалар докторы» Леонид Рошаль «Рәсәй-24. Башҡортостан» телеканалына интервью бирҙе. Ул республикала тормош кимәле күрһәткестәренең күтәрелеүен билдәләне.
«Һуңғы тапҡыр бында 2012 йылда булдым. Республика үҙгәргән, әлбиттә, Өфө тағы ла матурайған», — тине Леонид Рошаль.
Профессор Башҡортостан райондарында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын индереү буйынса ыңғай тәжрибәне билдәләне. Уның фекеренсә, был Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн яҡшы өлгө булып тора ала.
10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районына эш сәфәре барышында Башҡортостандың бөтә райондарында ла модулле ФАП-тар ҡуйыу бурысын билдәләне.
Интервьюны тулыһынса бөгөн, 2 мартта, киске 8 тула 20 минутта «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналында ҡарағыҙ.