«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Әрмәнстанға беренсе рейс шәмбе, 9 июндә, юллана. Осош киске сәғәт 11 тула 15 минутҡа билдәләнгән. Юлдағы ваҡыт — 3 сәғәт 20 минут. «Звартноц» аэропортынан самолет йәкшәмбе көндәрендә киске сәғәт 6 тула 10 минутта күтәрелә. Осоштар Ан-148 самолетында башҡарыла.