Яҡын киләсәктә баш ҡалабыҙ үҙәгендә түләүле парковкалар булырға тейеш. Әле белгестәр һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге эксперттары парковка урындары исемлеген төҙөй.
Проект авторҙаы фекеренсә, нигеҙҙә түләүле парковкалар Өфө ҡунаҡтарына ҡағыла. 28 февралдә түләүле парковкалар ойоштороу хаҡында положение ҡабул ителде.
Шулай уҡ яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәгәндәргә ҡала үҙәген бушатыуҙың ошондай саралары ҡағылмауы, ә парковкаларҙың 10% инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләүҙәре билдәле.