Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
2 Март 2018, 11:56
Эх, күңелле яҙ килә, Ҡояш нурҙарын һибә...
Аҡ йомортҡа кеүекЕр ҡабығынТишеп сыҡҡанЯҙҙың мороно.Күп тә үтмәҫ,Бөтә тирә-яҡтыСолғап алыр уныңЙыр-моңо.
Аҡ йомортҡа кеүек
Ер ҡабығын
Тишеп сыҡҡан
Яҙҙың мороно.
Күп тә үтмәҫ,
Бөтә тирә-яҡты
Солғап алыр уның
Йыр-моңо.
“Сип-сип” килә, ана,
Яҙ тауышы,
Моңдарына йөрәк
Сыҙармы?!
Ҡанаттарын елпә
Күктә ҡояш —
Яҙҙы ул бит
Баҫып сығарҙы.
Автор: Салауат ӘБҮЗӘР.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"