Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Март 2018, 12:34

Балтас 1-се урта мәктәбенең “Тамсылар” коллективы Мишкәлә Гран-при яуланы

Мишкә районында “Башҡортостан ынйылары” республика фольклор конкурс-фестиваленең төбәк этабы үтте. Сарала Тәтешле, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас райондарында конкурстың муниципаль этабында еңеүсе балалар фольклор коллективтары ҡатнашты. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендә “Тамсылар” фольклор коллективы конкурстың иң ҙур бүләге — Гран-приға лайыҡ булды. Еңеүселәр 29-30 мартта фестивалдең Әлшәй районында уҙасаҡ республика этабында сығыш яһаясаҡ.

“Тамсылар” коллективы Мишкәлә Гран-при яуланы
Мишкә районында “Башҡортостан ынйылары” республика фольклор конкурс-фестиваленең төбәк этабы үтте. Сарала Тәтешле, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас райондарында конкурстың муниципаль этабында еңеүсе балалар фольклор коллективтары ҡатнашты. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендә “Тамсылар” фольклор коллективы конкурстың иң ҙур бүләге — Гран-приға лайыҡ булды. Еңеүселәр 29-30 мартта фестивалдең Әлшәй районында уҙасаҡ республика этабында сығыш яһаясаҡ.
Коллектив конкурсҡа етди әҙерлек менән барҙы. “Рухи байраҡ — һинең исемең” тигән композиция сценарийы ерле материалға — Ҡолой Әбтерәков, Салауат һәм Балтас тураһындағы легендаларға нигеҙләнеп яҙылды. Композицияла Иҫке Балтас ауылының нигеҙләнеүе, Ҡолой Әптерәковтың Балтасев фамилияһына эйә булыуы, Салауат Юлаевтың Балтас районы Нөркә ауылында урынлашып, отряд туплауы, Ҡолой Балтасев менән бәхәскә инеүе тураһында тарихтан өҙөктәр күрһәтелә. Төп ролдәрҙе 7 А класы уҡыусыһы Тимур Әхмәҙуллин (Салауат Юлаев) һәм 10 Б класы уҡыусыһы Рифат Ғлимйәнов (Ҡолой Балтасев (Әптерәков) оҫта итеп башҡарҙы. Эльмар Сафин (9Б) — Муса, Рөстәм Ихсанов (9А) — Мәхмүт, Нияз Закиров (10 Б) — Рәхим, 9 А класы уҡыусылары Әлфир Исламов — Ҡолой улы Хөсәйен, Эмиль Ғәлләмов — ялсы Хисами, Динар Нурыев — солоҡсо мари Аҡлай, Илина Аҡсурина — Көнһылыу, Илнар Сабиров (8Б) — итексе татар Абдулла, Алиә Нурҡаева (7А) — Әсмә, Камилә Усманова (7Г) Гөлбәзир образдарын уңышлы асты. Күренеш Камилә Халиҡова режиссерлығында сәхнәгә ҡуйылды. Йәш артистар өсөн махсус кейемдәр тектерелде.
Әҙерлек барышында уҡыусылар менән осрашыуға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов саҡырылды. Ул балаларға төрлө халыҡ уйындарында уйнап күрһәтте, виртуоз башҡарыу оҫталығы менән уҡыусыларҙың күңелен әҫир итте. Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы теләге булған ун уҡыусыны ҡумыҙ сиртергә өйрәтте һәм шулай мәктәптә “Мираҫ” ҡумыҙсылар ансамбле барлыҡҡа килде. Йәш ҡумыҙсылар Иҫке Балтас ауыл биләмәһенең “Ауылым биҙәктәре” район фестивале сиктәрендәге концертта сығыш яһап та өлгөрҙө. Коллективты Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәлләмов етәкләйәсәк. — “Тамсылар” балалар фольклор коллективын ”Башҡортостан ынйылары” конкурсына әҙерләүгә район мәғариф бүлеге, Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе етәкселеге ҙур көс һалды. “Мираҫ” ансамбле ҡумыҙҙар менән тәьмин ителде. Мәктәптең өлкән пионер вожатыйы Зифинә Әхмәҙуллина менән бергә эшләнек, — ти коллектив етәксеһе Гөлсирә Мөҡимова.
Мишкә районында үткән сарала ҡумыҙсыларға ”Музыкаль оҙатыу өсөн” Почет грамотаһы тапшырылды. Ә “Тамсылар” коллективы иһә фестивалдең төбәк этабының Гран-прийына һәм артабан конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Һүрәттә: республика фестиваленең төбәк этабы Гран-при эйәләре — Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендәге “Тамсылар” фольклор коллективы.
Читайте нас