Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Март 2018, 09:59

Асҡында Ғаилә йылына старт бирелде

Ғаилә йылын тантаналы асыу уңайынан “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҙур сара үтте.

Асҡында Ғаилә йылына старт бирелде
Ғаилә йылын тантаналы асыу уңайынан “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҙур сара үтте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фоат Фәтхуллин асҡындарҙы Ғаилә йылы уңайынан ихлас тәбрикләп, уның мөһимлеген билдәләне һәм республикабыҙҙа, шул иҫәптән районыбыҙҙа ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне.
Тамашасылар өсөн район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Гүзәл Ғәлләметдинова, Эльвира Вәлиева, Урал Мансуров етәкселегендәге ансамблдәр, һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән матур концерт ҡараны.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас