Гүзәл Яхина М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында сәхнәләштерелгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен (режиссеры Айрат Абушахманов) юғары баһаланы. Тамашаны ҡарағандан һуң бестселлер авторы ғүмерендә тәүге тапҡыр сәхнәгә күтәрелеп, актерҙар менән бергә аяғүрә тороп ҡул сапҡан тамашасыларға баш эйҙе.
Һуңынан Гүзәл Яхина спектаклде ҡуйыусыларға һәм актерҙарға мөрәжәғәт итте.
«Спектакль уңышлы килеп сыҡты! Мин тәү сиратта ошо идеяның авторы Айратҡа һәм һеҙҙең барығыҙға рәхмәтлемен. Китапты яҙғанда шундай сәхнә әҫәре булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Минеңсә, спектакль булараҡ «Зөләйха» тыуҙы», — тине яҙыусы.
Спектаклде бик тулҡынланып, йә тамашасы, йә автор күҙлегенән ҡараным, тип хәбәр итте Гүзәл Яхина. Китап авторы бөтә актерҙарға ла рәхмәт белдерҙе һәм иҫтәлеккә фотоға төштө. Кисә спектаклдә Татарстан Республикаһы вәкилдәре — театр тәнҡитсеһе Нияз Игламов һәм «Татар-информ» журналисы Рүзилә Мөхәмәтова бар ине.
Көндөҙ Гүзәл Яхина Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҡыусылар менән осрашты, төрлө телдәрҙә донъя күргән китап тышлыҡтары күргәҙмәһен ҡараны, барлыҡ һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе, китаптарға автографын да ҡуйҙы.