Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Марта 2018, 09:35

Башҡортостандың «Ер сәғәте» акцияһына ҡушылыуы һорала

24 мартта киске 9-сы яртынан 10-сы яртыға тиклем донъяла бер сәғәткә утты һәм төп архитектура ҡомартҡыларын яҡтыртыу ҡоролмаларын һүндереп торалар. Донъялағы «Ер сәғәте» тигән иң ҙур экологик акцияны Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм Мәскәү Хөкүмәте ярҙамында илдең Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды ойоштора. Ул бпланетаның киләсәгенә вайымлылыҡ билдәһенә арыһын да бер сәғәткә утты һәм көнкүреш электр приборҙарын һүндереп торорға өндәй.

Сара тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт менән тотанаҡлы файҙаланыу мәсьәләләренә иғтибар итеү маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Акция көндәлек экологик мәҙәниәтте булдырыуға һәм тәбиғи ресурстарға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт ҡиммәттәрен пропагандалауға йүнәлтелгән, тип билдәләне Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской.
Читайте нас