Оло Тәләк ауылы эргәһендәге трассала микроавтобус менән бәрелешкән MAN йөк машинаһы водителенә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса («һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү») енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле ир һаҡ аҫтында. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 февралдә М5 «Урал» автомобиль юлының 1546-сы саҡрымында авария теркәлде. Фажиғәлә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Ман» йөк машинаһы водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Өфө — Усть-Ҡатау» маршруты буйынса хәрәкәт иткән «Мерседес Спринтер» микроавтобусы менән бәрелешә», — тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.
Һөҙөмтәлә микроавтобус водителе (Силәбе өлкәһенән), шулай уҡ 20 йәштән 66 йәшкәсә 8 пассажир (Башҡортостандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән) ваҡиға урынында һәләк була. Өфөнән 1988 йылғы ҡыҙ һәм Силәбе өлкәһенән 1952 йылғы ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән Әшә ҡалаһы дауаханаһына оҙатыла. Тағы ла ике пассажирға медицина ярҙамы күрһәтелә, һуңынан өйҙәренә ҡайтарыла.
Авария урынына Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары — Баш тәфтиш идаралығы начальнигы Виктор Михайлов, республиканың ЮХХДИ һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Эксперт-криминалистика үҙәге етәкселеге, шулай уҡ Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Юрий Русанов килде.