Башҡортостандың инвестиция проекттары исемлеге ике ауыл хужалығы предприятиеһы менән тулыланды. Инвестор – «Туҡмаҡ» агрофирмаһы Хәйбулла районында яңы һөт производствоһын асырға (шул иҫәптән ярым ҡаты сырҙар, уға популяр «Рәсәй» һәм «Голланд» сорттары ҡарай) һәм Шишмә районында ҡуян аҫрарға ниәтләй.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 535 миллион һум, эш урындары һаны – 138. Төҙөлөш осоро — 2018-2023 йылдар.
Инвестиция проекты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация» акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Инвесторға кредиттар буйынса процент ставкаһын субсидиялау формаһында льгота, шулай уҡ дәүләт ярҙамының башҡа төрҙәре ҡаралған.
Әле исемлектә дөйөм хаҡы 145,5 миллиард һумдан ашыулыҡ 38 өҫтөнлөклө инвестиция проекты бар. Яңы эш урындары һаны 9 меңгә яҡын, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенән.