«Олимпия алтыны – Казаков урамында Спорт министрлығы музейында. Нимә эшләп ул өйҙә ята, ә унда балалар өсөн экскурсия ойошторолар, тип уйлап ҡуйҙым. Бәлки, берәйһе миҙалды күреп: "миңә лә кәрәк, Елистратовтан ни ерем менән кәм мин!", — тип әйтер — тип Башҡортостан спортсыһы телмәренән өҙөмтә килтерә РИА Яңылыҡтар. — Хәҙер миҙалды ата-әсәйемә, яратҡан ҡатыныма алып ҡайтып күрһәтәм, һораһалар, бирермен дә. Өйҙә миҙалдар саңланып ята, ә экспозицияла, бәлки, берәйһенә өлгө булыр».