Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Февраль 2018, 11:26

Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙа бала ҡарау буйынса төркөмдәр ойошторорға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы күбеһенсә әсәләр эшләгән ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа бала ҡарау буйынса корпоратив төркөмдәр ойошторорға тәҡдим итте. Был фекерҙе ул республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.

— Күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән ойошмаларҙа бала ҡарау буйынса корпоратив төркөмдәр асыу мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был әсәләргә эш менән бала тәрбиәләүҙе бер юлы алып барырға мөмкинлек бирә. Уңышлы тәжрибә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Республика кардиология диспансерында бар.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Профсоюздар федерацияһына һәм республиканың Эш биреүселәр союзына был тәжрибәне өйрәнергә һәм профилле министрлыҡтар, ведомстволар менән берлектә ошондай эште ойошторорға йөкләмә бирҙе.
Читайте нас