25 февралдә төндә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына Борай районы Борай ауылындағы ике ҡатлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 25 февралдә төндә Борайҙа ике ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә ут тоҡана, һөҙөмтәлә 35 йәшлек ҡатын һәм уның туғыҙ йәшлек ҡыҙы зыян күрә. Улар иҫенә килмәйенсә тиҙ ярҙам машинаһында яҡты донъя менән хушлаша. Янғынға ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булыуы ихтимал.
Урында тәфтишселәр эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.