Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Февраль 2018, 05:47

Рәмил Нуриәхмәтов республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән Рәмил Нуриәхмәтов республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән Рәмил Нуриәхмәтов республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Рәмил Рәмзил улы Нуриәхмәтов Башҡортостандың Бишбүләк районы Усаҡ Кисеү ауылында тыуған.
2001 йылда — Башҡорт дәүләт аграр университетын, 2004 йылда иһә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
2002-2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында ассистент, өлкән уҡытыусы, декан урынбаҫары, доцент булып эшләй.
2006-2007 йылдарҙа — Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында бүлек етәксеһе.
2007 йылдан — Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары.
"Башинформ"дан.
Читайте нас