Бөгөн сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһының Еңеү паркында флешмоб үтә. Унда башҡорт халҡының ҡаһарман улдары – 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовты һәм рядовой һалдат Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәновты, шул иҫәптән Ватан өсөн, яҡты киләсәк өсөн яу ҡырында башын һалған бөтөн ил улдарын хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар.
Күмәкләп башҡорт һәм рус телендә «Шайморатов генерал» йырын башҡарасаҡтар.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Шли полки башкир в атаки,
Храбрых конников по праву