Рәсәй биатлонсыһы Көньяҡ Кореяла Олимпиадала «ҡатнаш эстафета» дисциплинаһында туғыҙынсы урын алды. Рәсәй йыйылмаһында өсөнсө этапта Антон Бабиков ҡатнашты. Уға Ульяна Кайшева, Татьяна Акимова һәм Матвей Елисеев ярҙам итте.
Француздар (Мари Дорен-Абер, Анаи Бескон, Симона Дестьё һәм Мартен Фуркад) «алтын» яуланы, Норвегия командаһы (Марте Олсбу, Тириль Экхофф, Йоханнес Бё, Эмиль Хегле Свендсен) – «көмөш», итальяндар (Лиза Виттоцци, Доротея Вирер, Лукас Хофер, Доминик Виндиш) бронза алды.
«Алыш менән ҡәнәғәтмен. Әлбиттә, күпкә юғары урын теләгәйнем. Тәүге өскә көрәшә алыуыбыҙға ышандым. Сиктә хата ебәрмәһәк, килеп сығыр ине. Бөтәһе лә күтәренке рухта ярышты. Бер кем дә: тәүге һигеҙҙә булһаҡ, беҙҙең өсөн яҡшы була тигән уй менән сыҡманы. Ярышташтарҙың командалары дәрәжәле, әммә беҙ тырыштыҡ. Ҡыҙыҡһыныу оҙаҡ һаҡланды», — тине эстафетанан һуң Антон Бабиков.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй атлеттары йыйылмаһы өсөн был Пхёнчхандағы Уйындарҙа биатлонда һуңғы дисциплина булды.