Үткән аҙнала баш ҡаланың "Динамо" стадионында Милли көрәш буйынса Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы кубогына традицион асыҡ турнирҙың финалы үтте. Унда республиканың район-ҡалаларынан 70-тән ашыу батыр төп приз - автомобиль өсөн көс һынашты. Төп еңеүсе тип Айгиз Зәйнетдинов танылды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы, спорт һөйөүселәрҙе муниципалитет башлығы Ирек Ялалов тәбрикләне.
- Милли көрәш - быуаттар буйына тупланған традициялары булған айырым спорт төрө. Турнир ойошторғанда беҙ халыҡ йолаларын һаҡлау һәм милли көрәште тағы ла популярлаштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - тине Ирек Ишмөхәмәт улы. Уның билдәләүенсә, баш ҡалала был спорт төрөнә иғтибар һәр саҡ юғары булды. Өфө үҙенең оҫталығын күрһәткән, юғары еңеүҙәргә өлгәшкән, көрәш үҫешенә өлөш индергән һәләтле башҡорт батырҙары менән ғорурлана. Ҡала башлығы 2018 йыл турнирының да көрәш йылъяҙмаһында әһәмиәтле, сәләмәт һәм әүҙем тормош рәүеше ҡиммәттәрен популярлаштырыуға ярҙам иткән тағы ла бер бит яҙылырына ышаныс белдерҙе.
Финал алыштары 60 - 90 килограмм ауырлыҡ категорияларында иң таһылдарҙы асыҡланы. Улар - Алмаз Еникеев, Артур Зөлҡәрнәев, Альберт Рәхмәтуллин, Айгиз Зәйнетдинов, Рәдиф Аҡсурин. Еңеүселәргә миҙалдарҙы һәм бүләктәрҙе Рәсәйҙең Көрәш Федерацияһы вице-президенты Рауил Ноғоманов (Мәскәү ҡалаһы), спорт ветераны, көрәш буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры Фәнис Уразбахтин, "Госстрой" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Кирилл Бадиков, композитор Рим Хәсәнов һ.б. тапшырҙы. Төп приз эйәһе чемпиондар араһында лототронда асыҡланды.
Спорт байрамын күп музыка ҡоралдарында уйнаусы, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Заһир Зәйнетдин, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Диана Ишниязова, республиканың атҡаҙанған артистары Венер Камалов, Фирүзә Париж, "Гүзәл-данс" бейеү ансамбле сығыштары биҙәне.