Башҡортостанда Буранғолов көндәре үтә. Уҡыусылар форумы республиканың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург, публицист, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтшә Буранғоловтоң ижади мираҫына арналған. Ул 21 февралдә Әлшәй районында Башҡорт лицейында үтә.
Форум сиктәрендә киләһе йүнәлештәр буйынса эш ойошторола:
— «Мираҫ» (эҙләнеү-тикшеренеү эштәре),
— «Мөхәмәтшә Боранғоловтың сәхнә әҫәрҙәре» (әҫәрҙән өҙөктө сәхнәләштереү конкурсы),
— «Уҡыусылар ижадында Мөхәмәтшә Буранғолов образы» (уҡыусыларҙың ижади эштәре конкурсы),
— «Шиғриәт донъяһында (Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының тыуған яҡ, туған тел тураһында, Башҡортостан Республикаһы автномияһының 100 йыллығына арналған шиғырҙарҙы тасуири һөйләү конкурсы),
— «Кесе ватаным» (кесе ватанды өйрәнеү буйынса проект-тикшеренеү эштәре),
— «Халыҡтар дуҫлығы фестивале»,
— «Халыҡ кәсептәре» (традицион халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән автор проекттары).