Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Февраль 2018, 06:04

Йәйгеһен баш ҡаланы 260 меңдән ашыу сәскә биҙәйәсәк

2018 йылда баш ҡала сәскәселәре йәйгеһен парктарҙа, скверҙарҙа һәм урамдарҙа ҡала сәскәлектәрен биҙәйәсәк 261 мең бер йыллыҡ сәскә үрсетмәһен үҫтерергә күҙаллай. Атап әйткәндә, коммунал хеҙмәткәрҙәр 80 мең петуния, 15 мең бәрхәт үлән һәм 14 мең цинерария ултырта.

«Сәскә түтәлдәренә петунийҙарҙы һәм бәрхәт үләнен 9 май Еңеү көнөн байрам итеү алдынан сәскә атҡан килеш күсереп ултырталар. Тәүҙә 6-7 майҙа ғәҙәттәгесә байрам саралары уҙғарылған объекттарҙа – Еңеү паркында, 112-се кавалерия дивизияһы скверында, Ленин паркында ултыртыла башлана», — тип һөйләне «Горзеленхоз» идаралығының урман хужалығы, төҙөкләндереү һәм урман-парк эштәре бүлеге етәксеһе Максим Щербаков.

Быйыл Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын яңы сәскә ултыртыу схемалары менән ҡыуандырырға ниәтләнәләр. Билдәләп үтергә кәрәк, «Башҡортостан сәскәләре» миллиондан ашыу 40 төр сәскә үрсетмәһен сәсергә күҙаллай.

"Башинформ"дан.
Читайте нас