20 февралдә Өфөлә йәшәүселәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Шайморатовты иҫкә ала һәм Сталинград һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.
«Орион» ижад йортонда (Дим районы) республика эҙәрмән отрядтары һәм рәссам-график Фәнил Шәймөхәмәтовтың күргәҙмәһе ойошторола.
«Сарала ҡатнашыусылар алдында 3-сө балалар сәнғәт мәктәбенең һәм урта махсус музыка колледжының ижади коллективтары, шулай уҡ «АНТ» һәм «Арғымаҡ» төркөмдәре сығыш яһай», — тип хәбәр итте сараны ойоштороусылар.
Һуңынан «Башҡортостан» киностудияһының легендар комдивтың ҡаһарманлығына арналған «Еңеү һыбайлылары» фильмын ҡарау, түңәрәк өҫтәл артында «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында иҫтәлекте һаҡлау» тигән темаға һөйләшеү күҙаллана.