23 февралдә Өфөлә традицион «Ғаилә ялы» үтә. Сараны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге ойоштора.
Был юлы спорт өлкәһенә айырым иғтибар бүленә – ғаиләләр ГТО нормативтарын тапшыра, спорт эстафетаһында, бейеү флешмобында, лотерей уйнатыуҙа ҡатнаша, шулай уҡ һалдат бутҡаһынан ауыҙ итә аласаҡ.
Күңел асыу саралары көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә саҡлы «Башҡортостан» лайфстайл (Менделеев урамы, 205а) алдындағы майҙансыҡта ойошторола.