Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Февраль 2018, 09:37

Өфө биатлонсыһы Антон Бабиков ҡатнаш эстафетала олимпия миҙалына иҫәп тота

Рәсәйҙән атлеттар йыйылмаһы биатлонсылары Коньяҡ Кореяла барған Олимпиадала «ҡатнаш эстафета» дисциплинаһында тәүге өс көслө команда иҫәбенә инергә иҫәп тота. Миҙал өсөн көрәшәсәк спортсылар араһында – Өфө биатлонсыһы Антон Бабиков.

«Иртәгә лайыҡлы сығыш яһарға иҫәп тотабыҙ. Ул нисәнсе? Тәүге өскә», — тип Бабиковтың телмәренән өҙөмтә килтерә «Спорт-экспресс».
Был ярыш Рәсәй биатлонсылары өсөн Пхёнчхандағы Уйындарҙа һуңғыһы була.
Уны Ульяна Кайшева башлай, Татьяна Акимова икенсе булып стартҡа баҫа, өсөнсө этапта Антон Бабиков, эстафетаны Матвей Елисеев тамамлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылғы Олимпиадала ҡатнаш эстафета шишәмбе, 20 февралдә, Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө 5-се 15 минутта башлана.
"Башинформ"дан.
Читайте нас