29 йыл элек 20-се быуаттың икенсе яртыһындағы иң оҙайлы һәм фажиғәле һуғыштарҙың береһе — Афғанстан һуғышы тамамланды. Был афәтте яҡташтарыбыҙға ла үтергә тура килде.
Борайҙың 1-се урта мәктәбендә афған һуғышы ветерандары менән тантаналы осрашыу үтте. Был иҫтәлекле дата локаль һуғыштарҙа баштарын һалған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған Мемориал янында асылды. Шунда сәскәләр һалынды һәм митинг үтте. Артабан мәктәптең ултырыштар залында тантаналы концерт уҙҙы. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар исеменә рәхмәт һүҙҙәре менән призыв бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы Илдар Ғәҙелгәрәев һәм район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Рәзиф Зыялтдинов сығыш яһаны. Илдар Фларит улы Радик Рахмановҡа Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Хәрби-һауа көстәренә — 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырҙы.
Уҡыусылар Афған һуғышында ҡатнашҡан Данис Ғилфановтың сығышын иғтибар менән тыңланы. Ул йәш быуынды Тыуған илде һөйөргә һәм уның лайыҡлы һаҡсылары булырға саҡырҙы.
Был һуғыштан алты яҡташыбыҙға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булманы. Сарала уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Альбина Нурмиева, Борай 1-се мәктәбе директоры урынбаҫары.