25 йәшлек Өфө ҡыҙы Альбина Вәлиуллина «Рәсәй гүзәле — 2018» конкурсында 26 ҡатнашыусыны уҙып, Рәсәйҙә телевизион реалити-шоу форматындағы беренсе матурлыҡ конкурсында еңеүсе тажын кейҙе.
Ҡыҙ әйтеүенсә, модель бизнесы менән ул 17 йәштән шөғөлләнә. Әммә тәүгә еңеүсе булды.
«Подиумда тулҡынланманым, әммә һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәс, аптырашта ҡалдым. Беренсе булыуыма шатмын. Модель булырға теләгән ҡыҙҙарға шуны әйтәм: һәр саҡ үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм барыһы ла килеп сығыр!» — тине Альбина Вәлиуллина.
Грозный ҡалаһы вәкиле Залина Барахоева – икенсе, Краснодарҙан бәйгесе өсөнсө урын алды. Һамарҙан Екатерина Курдюкова «Тамашасы һөйөүе һылыуы» исеменә лайыҡ булды.
Билдәләп үтергә кәрәк, конкурсты ойоштороусылар «Рәсәй гүзәле — 2018» бәйгеһе жюрийына махсус ҡунаҡ итеп телевидение алып барыусыһын Ольга Бузованы саҡырған.