Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы былтыр 5370 кешегә: 3000 – миграция, 2370 – тәбиғи артым иҫәбенә артҡан. РБК-Өфө мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ҡалала 1 миллион 131 мең кеше йәшәй.
Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанстат белгестәре 2017 йылда тәбиғи аҙайыу теркәлгәнен дәлилләй. Өфөлә үлгән кешеләр һаны (50 261) яңы тыуған сабыйҙарҙан (49 260) 2 процентҡа артыҡ. Унан бигерәк, тыуым кимәле 11,4 процентҡа төшкән.