14 февраль — Ғашиҡтар көнөндә ун-илле йыл бергә йәшәгән парҙарға: «Бер-берегеҙҙе һөйөп, ихтирам һәм хөрмәт итеп йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?», — тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Асҡын ауылында йәшәүсе Эльзида һәм Динар Әхмәтшиндар һоҡланғыс матур пар. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына апрель айында ун йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә ике балаға ғүмер биргәндәр. Кирбестән бөтә уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорт төҙөп сыҡҡандар. Ҡыҙҙары Диана III класта уҡый, ә Анэль дүрт йәшен тултыра. «Йылдар үтеү менән мөхәббәтебеҙгә бер-береңә ышаныу, хөрмәт итеү кеүек хистәр үрелде. Ғаилә усағын, хистәрҙе һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙ тиһәк тә, ир кешенән дә бик күп нәмә тора. Үҙ эшен асып, уңышлы эшләгән иремдең уңғанлығы, тырышлығы, «ғаиләм», «балаларым» тип йән атып тороуы менән һоҡланам. Ул миңә сәскәләр генә түгел, үҙенсәлекле бүләктәр ҙә бирә. Икәү генә Санкт-Петербургты ла күреп ҡайттыҡ, уҙған йыл 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Ҡариҙел районындағы «Звездный» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ял иттек.
Ғаиләбеҙ бәхете Динарҙың булдыҡлы хужа, хәстәрлекле атай, һөйгән ир булыуындалыр тимен. Ә ул һөйөүебеҙ сере миндә булыуына ышаналыр», — тип серле йылмая Эльзида.
Борай районы Ваныш-Алпауыт ауылынан Эльмира һәм Ринат Усмановтар — матур ғүмер кисергән парҙарҙың береһе. Уларҙың ғаилә ҡороуына 30 йыл тулған. Усмановтар бәхеттәрен ситтә лә эҙләп ҡарай. Тик тыуған яҡҡа тартыу көсө уларҙы ауылға алып ҡайта. Йәштәр ең һыҙғанып эш башлай. Эльмира — балалар баҡсаһында, Ринат — колхозда. Хужалыҡ йәшәү өсөн йорт бирә. Шулай тырышып тормош көтә башлайҙар. Шатлыҡ, һөйөнөс өҫтәп, бер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килә. Улар бер-береһенә дуҫ-терәк булып үҫә. Мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, әсәләре юлын һайлайҙар. Икеһе лә Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Бөгөн Нефтекама ҡалаһында уҡытыусы булып эшләйҙәр. Эльмира Фәнәүи ҡыҙы Ваныш-Алпауыт урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡыта. Ринат Рәфил улы иһә фермала мал ҡарай, һауылған һөттөң сифатын тикшереп, һөт заводына оҙата.
«Эш, ғаилә мәшәҡәттәре, балалар үҫтереү шатлыҡ-ҡыуаныстары менән ғүмерҙең уҙғанын да һиҙмәй ҡалдыҡ. Йәш саҡта ваҡыт тиҙ үтә, олоғайған көндәрҙә бер-береңә тағы ла нығыраҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың, — ти Усмановтар. — Бер-береңде һөйөп, ихтирам итеп йәшәүгә ни етә! Кәрәк саҡта юл ҡуйырға, асыуланышҡан, үпкәләгән саҡтарҙа үҙеңде ваҡытында ҡулға ала белергә, сабыр, ғәҙел булырға, юҡ-барға ҡабынып китмәҫкә, үҙ-ара аңлашып йәшәргә кәрәк. Ә иң мөһиме — бер-береңде яратыу, ихтирам итеү, йылы мөнәсәбәттә булыу».
Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Рәшит Әғләүетдин улы менән Рәйлә Зөфәр ҡыҙы Нурғәлиевтарҙың бергә татыу ғүмер итеүенә 2 мартта 40 йыл тула. Матур яҙ айында ғаилә ҡорған парҙың барлыҡ хыялдары ла тормошҡа ашҡан. Ҡырҡ йылдан ашыу алыҫ Сорғотта арымай-талмай сәнәғәт өлкәһендә эшләгәндәр, Артур һәм Әлиә исемле аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр, тыуған яҡта өй һалғандар. Хәҙер өс ейәнгә өләсәй һәм олатай йылыһын өләшәләр. “Ғаиләнең бөтөнлөгөн татыулыҡ тәшкил итә. Беҙ ҙә иңгә-иң терәшеп, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәнек. Гәүһәр туйыбыҙҙы ла һаулыҡта, күңел бөтөнлөгөндә бергә ҡаршыларға теләйбеҙ”, — ти изге күңелле Рәйлә апай.
Ҡариҙел районы Тайкаш ауылында йәшәүсе Шәмғүнә һәм Сәғит Исламовтар 50 йыл бергә яҡындарын һөйөндөрөп һәм һоҡландырып йәшәй. Улар тыуған ерҙәрен йәмле һәм нурлы итеүгә ҙур өлөш индергән. Бар ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә арнаған Шәмғүнә Хәким ҡыҙы «Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Һәр саҡ йәмәғәт эштәренең дә уртаһында ҡайнай. Матур йырлаған, яттан шиғырҙар һөйләгән апай мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Сәғит Шәриф улы ла лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән: оҙаҡ йылдар водитель була, ә хаҡлы ялға газ хеҙмәтендә эшләп сыҡҡан. Күптән түгел 70 йәшен тултырған Шәмғүнә Хәким ҡыҙы: «Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Яратышып өйләнешкәс,, кеше тормошонда ғаиләнең иң ҡәҙерле нәмә икәнлеген аңларға кәрәк. Шул саҡта ғына бәхетле йәшәп була. Беҙ дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн ете ейән-ейәнсәр һөйөп ҡыуанабыҙ. Дауамыбыҙ — матур йәшәгән балаларыбыҙ, тәртипле, итәғәтле ейәндәребеҙ бар икән, тимәк, һөйә лә, көтә лә, кәрәк саҡта юл ҡуя ла белгәнбеҙ», — ти.