Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Февраль 2018, 12:24

Танылған журналист Алик Шакиров «Башинформ» агентлығы хаҡында тәүге китап яҙҙы

Өфөлә танылған журналист Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хаҡында тәүге китап яҙҙы. Ошо көндәрҙә «Яңылыҡтар — беҙҙең һөнәребеҙ» тигән китап донъя күрҙе. 2015 йылда агентлыҡ ойошторолоуға 20 йыл тулһа, 2018 йылда Алик Шакировтың «Башинформ»да эшләүенә 22 йыл була.

Өфөлә танылған журналист Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хаҡында тәүге китап яҙҙы. Ошо көндәрҙә «Яңылыҡтар — беҙҙең һөнәребеҙ» тигән китап донъя күрҙе. 2015 йылда агентлыҡ ойошторолоуға 20 йыл тулһа, 2018 йылда Алик Шакировтың «Башинформ»да эшләүенә 22 йыл була.

«Башинформ» тураһында китап яҙырға ваҡыт еткәндер, моғайын. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында агентлыҡты ойоштора башлағандарҙан «Башинформ»да бер үҙем генә тороп ҡалдым. Һуңғы могикан, тип әйтергә мөмкин. 20 йылдан ашыу ваҡыт эсендә ниндәй ваҡиғалар булғанлығы онотолмаҫ элек барыһын да ҡағыҙға төшөрөргә кәрәк, тип уйланым мин. Хәҙер уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм», — тип яҙған автор китапҡа баш һүҙендә.

Алик Шакировтың хеҙмәте — республикалағы төп һәм иң абруйлы интернет-баҫманың үҙенсәлекле йылъяҙмаһы ул. Китапта эштең нисек башланыуы, агентлыҡтың дәүерҙең мөһим ваҡиғаларын нисек яҡтыртыуы, эш көндәренең нисек үтеүе һәм коллективта ниндәй традицияларҙың булыуы, «Башинформ»дың ойошторолоуына ниндәй кешеләрҙең йоғонто яһауы хаҡында бәйән ителә. «Кадрҙар әҙерләү урыны» бүлегендә автор агентлыҡта эшләп киткән кешеләрҙе телгә ала.

Китапҡа ҡушымтала авторҙың шәхси архивынан уникаль фотоһүрәттәр урын алған. Китапты һылтанма буйынса интернетта ла уҡырға мөмкин.

Алик Фәйез улы Шакиров — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. «Ленинец», «Советская Башкирия» республика гәзиттәрендә хәбәрсе, бүлек мөдире, профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе ярҙамсыһы булып эшләгән. 90-сы йылдар башында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Президенты матбуғат хеҙмәттәрен ойоштороусы һәм тәүге етәксеһе була. 1996 йылдан алып «Башинформ» агентлығында эшләй: 2010 йылға тиклем мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе һәм генераль директор урынбаҫары вазифаларын алып бара, 2010 йылдан иһә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары. «Яңылыҡтар — беҙҙең һөнәребеҙ» — Алик Шакировтың икенсе китабы. Тәүгеһе — «Минең Ҡужанағым» автобиографик повесы 2012 йылда баҫылып сыҡҡайны.

«Башинформ»дан.

Читайте нас