Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Февраль 2018, 13:04

Рәми Ғарипов шиғырҙарын бергәләп иҫкә төшөрәйек!

ТУҒАН ТЕЛ Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.


ТУҒАН ТЕЛ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.


Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..


Халҡым теле минең - хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!


Әсәм теле минең — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Читайте нас