Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Февраль 2018, 13:15

Башҡортостанда алтын ятҡылығы табылған

Башҡортостандың Хәйбулла районында геологтар «алтын» ер участкаһы тапҡан. Белгестәр ҡиммәтле металл ятҡан урынды Новопетровск майҙаны сиктәрендә билдәләгән. Участканы өйрәнеү буйынса эштәр 28 квадрат саҡрым майҙанда уҙғарылған.

«346-510 метр тәрәнлектә билдәләү, аналитика һәм геофизик эштәр менән берлектә эҙләнеү скважиналары бырауланған. Метасоматик үҙгәргән серицит-хлорит-кварц тоҡомо ҡалынлығында күп ҡатламлы юлаҡлы-бөрсөклө, ҡуйы бөрсөклө һәм тотош, ҙур баҡыр-колчеданлы мәғдән ятҡылығы асыҡланған», — тип хәбәр ителә «Рәсәй геологтары»ның рәсми сайтында.

Хәҙер рәсми органдар алтын сығарыуға лицензия алырға, шахталар ҡаҙырға ниәтләнә. Холдингта иҫәпләүҙәренсә, етештереүҙең килемлелеге 16,3 процент тәшкил итәсәк.

«Башинформ»дан.

Читайте нас