2011 йылдан республикала юғары технологик медицина ярҙамының күләме алты тапҡырға артҡан. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов кисә Фән буйынса совет ултырышында белдерҙе.
— Хәҙер республикала мохтаждарҙың яртыһы юғары технологик медицина ярҙамы ала. Уның күләме 2011 йыл менән сағыштырғанда 500 миллион һумдан 2017 йылда 3 миллиард һумға тиерлек артҡан. Тулы булмаған биш йылда үҫеш алты тапҡыр, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ артабан да был йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ. Ҡатмарлы операциялар кәрәклеген аңлайбыҙ. 2017 йылда өс йөрәк, өс бауыр, 40-ҡа яҡын бөйөр күсерелеп ултыртылған.
Һуңғы йылдарҙа медицина ғилеме заманлаша бара, тип билдәләне республика Башлығы.
— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә юғары технологиялар индереү ҙурлығы һәм тиҙлеге башҡа тармаҡтарҙағы оҡшаш процестарҙы ярайһы уҡ уҙып киткән. Дөйөм алғанда, илдә виртуаль һәм телемедицина, молекуляр һәм генетик диагностика әүҙем үҫешә. Кисә генә алыҫ киләсәк эше кеүек тойолған импланттар, синтетик ағзалар, биоинженерия ҡорамалдары һәм башҡалар файҙаланыла, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Биомедицина, ген терапияһы алға китә. Табиптарҙың интернет аша кәңәш биреү, медицина роботтары ярҙамында операциялар уҙғарыу тәжрибәгә инә. Беҙҙең көндөрҙә ғилми эҙләнеүҙәрҙең шәхси медицинаны үҫтереүгә йүнәлеш алғаны мөһим. Адреслы алым онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа ауырыуҙарҙан үлем осраҡтарын кәметергә, сығымдарҙы, дауалау һәм реабилитациялау ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.