Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Февраль 2018, 09:22

Гәзит дуҫығыҙ булһын

Матбуғат кеше ғүмерендә бик ҙур роль уйнай. Кемдер үҙенең тормошон матбуғат менән бәйләй, кемдер гәзитһеҙ көнөн дә үткәрә алмай, ә икенселәр ошо өлкәлә үрҙәр яулай. Мин дә гәзит-журналдарһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым.

I класҡа килгәс, мине мөләйем йөҙлө уҡытыусыбыҙ Фәрбизә Рәсүл ҡыҙы ҡаршы алды һәм белем донъяһына алып инде. Ул беҙҙе класс менән «Йәншишмә» гәзитенә яҙҙыртты. Шулай итеп, нәҡ ошо балалар баҫмаһы тәүге яратҡан гәзитебеҙ булды. Мин бирелеп уҡый торғайным. Унда бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр яҙыла ине.

Бер тапҡыр «Йәншишмә»гә тормошомда булған бәләкәй генә хәл-ваҡиғаны яҙып ебәргәйнем. Хикәйәмде гәзит битендә күргәс, шатлығымдың сиге булманы. Был хәл минең өсөн ниндәйҙер бер оло әһәмиәткә эйә булды. Һуңынан ебәргән өс һүрәтемде лә баҫтырып сығарҙылар. Шулай итеп, бала сағым «Йәншишмә» гәзите менән үтте.

Үҫә төшкәс, «Аманат»ҡа яҙылдым. Был журнал уҡыуымда ярҙам итә торғайны. Кәрәкле мәҡәлдәрҙе яҙып ала барҙым. Һуңғы битендә ҡыҙыҡлы көләмәстәр, ә унан алдараҡ төрлө кроссвордтар була ине. «Аманат» менән IX класҡа тиклем үҫтем. Артабан «Йүрүҙән» гәзитенә һәм «Шоңҡар» журналына яҙылдым.

Шуны әйткем килә: гәзит-журналдарҙы һәр кеше тотоп ҡараһын һәм артабан ҡулынан төшөрмәһен ине. Кем белә, бәлки матбуғат һинең иң тоғро дуҫыңа әйләнер.

Ислам МӨСӘЛЛӘМОВ.

Читайте нас