Кисә Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Сахай ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар шөғөлләнәсәк яңы корпусын ҡараны.
Буш торған административ бина төҙөкләндерелгән һәм икенсе сменаны бөтөрөү буйынса программа сиктәрендә урындағы мәктәпкә тапшырылған. Капиталь ремонтты уҙғарыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 4,5 миллион һум бүленгән. Түбәһе, тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, йылылыҡ, электр һәм һыу тәьминәте системалары яңыртылған, бинаның тышы йүнәтелгән.
Уҡыусылар өсөн йорт-йыһаздары, уҡытыу һәм ашхана ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә урындағы бюджеттан тағы 2 миллион һум бүленә. 107 балалыҡ алты кабинет һәм аш залы эшләү күҙҙалана.
Рөстәм Хәмитов буш торған ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү һәм мәктәп нужаһы өсөн тапшырыу тәжрибәһен ыңғай баһаланы, уны республиканың башҡа райондарында ла ҡулланырға тәҡдим итте.
— Был ғәйәт ҙур төҙөлөштәр түгел, үҙ көс менән хәл итерлек, – тип билдәләне төбәк Башлығы. – Ошондай варианттарҙы тәү сиратта ҡарарға кәрәк.