Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Февраль 2018, 13:02

Константин Толкачев яугир-интернационалистарға наградалар тапшырҙы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарға республика парламенты наградаларын тапшырҙы. Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулыу көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Башҡортостандан Афғанстанда 10 меңдән ашыу егет хеҙмәт итте, уларҙың 350-һе һәләк булды йәки хәбәрһеҙ юғалды, тип асыҡлыҡ индерҙеләр парламенттың матбуғат хеҙмәтендә.

«Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдат-офицерҙарҙы һәр саҡ хәтеребеҙҙә тотабыҙ. Геройҙар хаҡында иҫтәлек экстремизмға, илебеҙгә янаған башҡа хәүефкә ҡаршы көрәштә тәүәккәллекте нығыта, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе. — Бөгөн залда Афған һуғышы ветерандары ғына йыйылмаған. Республикабыҙ вәкилдәре тыныс халыҡты, башҡа локаль бәрелештәрҙә: Ангола, Вьетнам, Чечен Республикаһы һәм Сирияла илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡланы. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа Башҡортостандан 35 меңдән ашыу ир-егет ҡыҙыу нөктәгә саҡырылды».

Ветеран ойошмалары үткәргән сараларҙа халыҡ өсөн ҡатмарлы ваҡиғаларға кире ҡайтыу мөһим, тип билдәләне Константин Толкачев. Афған яугирҙәре бөгөн халыҡ-ара терроризмға көрәшеүселәр өсөн миҫал булып тора.

Константин Толкачев әйтеүенсә, интернациональ бурысты үтәү байтаҡ ватандаштарыбыҙ өсөн фажиғәғә, оло ҡайғыға әүерелде.

«Шуға күрә ошондай юл менән өлгәшелгәнде: намыҫты, ихтирамды, илһөйәрлекте, тәжрибәне һаҡлау зарур. Ветерандарға ярҙам итеү мөһим. Беҙ хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, хәрби пенсионерҙарға махсус гарантиялар системаһын камиллаштырырға ниәтләйбеҙ. Улар — беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙ, сөнки Ҡораллы Көстәр — Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоҡ һәм хәүефһеҙлек нигеҙе», — тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе.

«Башинформ»дан.

Читайте нас