Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Февраль 2018, 07:40

Борай районында ғүмер итеүсе Усмановтарҙың ғаилә ҡороуына — 30 йыл

Борай районы Ваныш-Алпауыт ауылынан Эльмира һәм Ринат Усмановтар — матур ғүмер кисергән парҙарҙың береһе. Уларҙың ғаилә ҡороуына ла 30 йыл тулған.

Борай районы Ваныш-Алпауыт ауылынан Эльмира һәм Ринат Усмановтар — матур ғүмер кисергән парҙарҙың береһе. Уларҙың ғаилә ҡороуына ла 30 йыл тулған.

Усмановтар бәхеттәрен ситтә лә эҙләп ҡарай. Тик тыуған яҡҡа тартыу көсө уларҙы ауылға алып ҡайта. Йәштәр ең һыҙғанып эш башлай. Эльмира — балалар баҡсаһында, Ринат — колхозда. Хужалыҡ йәшәү өсөн йорт бирә. Шулай тырышып тормош көтә башлайҙар. Шатлыҡ, һөйөнөс өҫтәп, бер–бер артлы ҡыҙҙары донъяға килә. Улар бер-береһенә дуҫ-терәк булып үҫә. Мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, әсәләре юлын һайлайҙар. Икеһе лә Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Бөгөн Нефтекама ҡалаһында уҡытыусы булып эшләйҙәр. Эльмира Фәнәүи ҡыҙы Ваныш-Алпауыт урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡыта. Ринат Рәфил улы иһә фермала мал ҡарай, һауылған һөттөң сифатын тикшереп, һөт заводына оҙатып тора.

— Эш, ғаилә мәшәҡәттәре, балалар үҫтереү шатлыҡ-ҡыуаныстары менән ғүмерҙең уҙғанын да һиҙмәй ҡалдыҡ. Йәш саҡта ваҡыт тиҙ үтә, олоғайған көндәрҙә бер-береңә тағы ла нығыраҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың, — ти Усмановтар. — Бер-береңде һөйөп, ихтирам итеп йәшәүгә ни етә! Бер-береңә юл ҡуя белергә, асыуланышҡан, үпкәләгән саҡтарҙа, үҙеңде ваҡытында ҡулға ала белергә, сабыр, ғәҙел булырға, юҡ-барға ҡабынып китмәҫкә, үҙ-ара аңлашып йәшәргә кәрәк. Ә иң мөһиме — бер-береңде яратыу, ихтирам итеү, йылы мөнәсәбәттә булыу.
Читайте нас