Әлйәгештә Йыл темаһына арналып үткәрелгән сара 33 йортта 100 кеше йәшәгән ауыл халҡы өсөн рух байрамы булды. Сара һуңында әлйәгештәр: «Сара бәләкәй генә ауылыбыҙға нур һипкән, беҙҙе әүҙемлелеккә этәргән көс менән һуғарған кеүек булды. Шундай мөһим темаға арналған байрам бүләк иткәндәре өсөн ағинәйҙәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Эштәре уң булһын, һәр саҡ шулай рәхмәт һүҙҙәре генә ишетһендәр», — тине.