Кешеләр ныҡлап шәжәрә төҙөү менән мауыға башлағас, мин дә Фәүзи ағайым менән үҙебеҙҙең нәҫел ағасын төҙөргә булдым. 1995 йылдар ине. Борай районы Ҡарайерек халҡының күбеһе әсәйемдең ҡарт ҡарт олатаһы Вахит нәҫеленә ҡарағанлыҡтан, беҙ Вахит Исмаҡовтың улы Зөбәйерҙән башланыҡ.
1927 йылғы иң оло ағайыбыҙ Әдип Низамов менән һөйләшеп, Вахит нәҫелен дауам итеүселәрҙе барланыҡ. Ҡарайерек ауылы аҡһаҡалдарынан да һорашып 1900-1970 йылдарҙа йәшәүселәрҙе яҙып алдыҡ. Олораҡ быуын кешеләрен асыҡлар өсөн БР Үҙәк дәүләт тарих архивына мөрәжәғәт иттек. Унан 1816, 1834, 1850, 1859 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәренең күсермәләрен алдыҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр “Башҡорт нәҫелдәре тарихы. Йылан.” китабынан (9-сы том, 1-се бүлек) алынды. Шулай итеп, беҙ 1797 йылғы Вахит Исмаҡовтан алып 2000 йылға тиклем нәҫел ептәребеҙҙе барлай алдыҡ.
Урал дәүләт юридик академияһы профессоры, Ҡарайерек ауылында йәшәгән Мәғрифә Ильясованың бүләһе Данил Нәжип улы Сергеевтың да ауылыбыҙ тарихын яҙыуы билдәле булды. Уның менән бәйләнешкә сығып, 1556 йылдан алып Вахиттың ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәр алдыҡ. Яңауыл ҡалаһында ауылдашыбыҙ Данис Фәрхетдиновта 1875 йылғы атаһының Ҡарайерек ауылы барлыҡҡа килеүе тураһында ҡулъяҙмаһы барлығын белдек. Д. Сергеев һәм И.Фәрхетдинов материалдары нигеҙендә нәҫелебеҙҙең оло быуыны тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тулыландырҙыҡ.
Шулай итеп, нәҫелебеҙ тураһында материал йыйҙыҡ. Ағас рәүешендә төҙөгән шәжәрәне Балалар ижады йорто рәссамы менән берлектә матурлап бөгөнгө хәленә килтерҙек. Был шәжәрәне ун йылдан артыҡ ваҡыт эсендә төҙөп, 2006 йылда тамамланыҡ. Хәҙер йәш быуынға был шәжәрәне тулыландырып торорға кәрәк була. Баян-Кули нәҫелен дауам итеүселәр был эштә һынатмаҫ, тип уйлайым.