“Аномалия” район командаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса үткәрелгән “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлдары” КВН-конкурсында ауыл райондары араһында еңеү яуланы.
Мишкәлә һайлап алыу этабында райондың биш мәктәбенән командалар ҡатнашты. Һәр команданың сығышы үҙенсәлекле булды, шулай ҙа уйын һөҙөмтәләре буйынса район данын яҡлау мөмкинлеге “Аномалия” (Мишкәнең 2-се урта мәктәбе) командаһына бирелде. Унда капитан Сергей Салиев (7 В класы), Дарья Зәйнетдинова, Людмила Шаймарҙанова, Ксения Глухова (7 В) һәм Динар Барыев (9 Б) уйнаны. “Аномалия”ның составы Д. Барыевтан башҡа, йыл һайын үҙгәреп тора. Егеттәр һәм ҡыҙҙар Динар тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә: “Ул — беҙҙең һаҡсыбыҙ, терәгебеҙ”, — тиҙәр. КВН-сылар кураторы В. Кекух фекеренсә, составтың яңырыуы күп балаға ошо уйында ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Был команда өс йыл дауамында төбәк этапта еңеү яулай.
Күптән түгел Дүртөйлө ҡалаһында шаяндар һәм зирәктәр бәйгеһендә республиканың төньяҡ райондары вәкилдәре — биш ҡала һәм туғыҙ ауыл командалары ҡатнашты. Улар биремдәргә ижади яҡтан ҡарап ҡына ҡалмаған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм һаҡлауҙың мөһимлеген дә күрһәтә алды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, тамашасыларға яҡшы тәьҫораттар бүләк итте.
Жюри командалар сығышын юғары баһаланы. Уларҙың артислығы, юмор хисе, теманы тулыһынса аса алыуы һоҡландырҙы. Конкурс йомғаҡтары буйынса ауыл райондары араһында төбәк этап еңеүсеһе тип Мишкә районының “Аномалия” командаһы билдәләнде. Ҡалалар араһында Нефтекаманың “Нерусский акцент” командаһы 1-се урынға лайыҡ булды. Ярым финал уйындың барлыҡ ҡатнашыусыларына ла ҡиммәтле бүләктәр, почет грамоталары һәм дипломдар тапшырылды.
Март аҙағында конкурс ярым финалы еңеүселәре республика этабы финалында осрашасаҡ һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса КВН-дың иң яҡшы командаһы исеме өсөн көс һынашасаҡ.