Иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе, Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова әҙерләгән күргәҙмә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда 1919 йылда 100 йыллыҡ оло юбилейҙарын билдәләйәсәк Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Назар Нәжми китаптары , бирелә ойошторолған клубтарҙа шөғөлләнеүселәрҙең ижады — шиғри әҫәрҙәре тупланған. Ауыл тарихын, арҙаҡлы яҡташтарҙың тормошон яҡтыртҡан папкалар һәм башҡа бик күп төрлө материалдар ҙа ҡуйылғайны.