Иҫке Ҡаҙансынан Нәсихә Ғлимшина ултырғыс япмаһы бәйләү буйынса бик ентекле оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уңғанлығы, оҫталығы менән дан тотҡан Нәсихә Әхмәтйән ҡыҙы һәр этапты аңлайышлы итеп һөйләп, күрһәтеп барҙы. Ә Гөлфирә Тасимкамбәтова, шулай уҡ Розалия Ғайсина, Гөлгөнә Исламованың төрлө сағыу ептәрҙән күҙҙең яуын алырлыҡ итеп бәйләгән, теккән әйберҙәренә күпме күҙ нурҙары түгелгән, күңел йылыһы һалынған!