Төрлө күргәҙмәләрҙән, стенаға эленгән сигелгән боронғо ҡул эштәренән, оҙон итеп теҙелгән өҫтәлдәрҙәге һый-хөрмәттән ауыл клубы бөтөнләй яңыса төҫ алғайны. Килгән ҡунаҡтарҙы ағинәйҙәр сәй тураһында таҡмаҡтар, мөнәжәт йырлап ҡаршы алыуы ла бик матур күренеш булды.
Сарала башлыса беренсел маҡсаттан сығып, ғаиләлә балаға матур тәрбиә биреү, әҙәпкә өйрәтеү тураһында һүҙ барҙы. Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһына таянып эш итергә кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылы, тормош тәжрибәһе сағылған халыҡ ижады өлгөләрен миҫал итеп килтерҙе ағинәйҙәр.