Асҡын районы Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре ойошмаһы Иҫке Ҡаҙансы, Урманкүл, Әлйәгеш, Яңы Ҡара, Башҡортостан ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙарын берләштереп, әленән-әле төрлө саралар үткәрә. Ә бына сираттағы «Ғаилә ҡото — тәрбиәле бала һәм табын. Табын ҡото — сәй һәм һый-хөрмәт» тигән сараны Әлйәгеш ауылында уҙғарырға ҡарар иткәндәр. Райондың «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһы етәксеһе Йәриә Ялалтдинова, район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Урмияҙ ағинәйҙәре лә байрамға килеп, фекерҙәштәренең нисек эшләүен күрҙе, илһам һәм сәм алды.