Башҡортостанда 2018 йылдың тәүге айында 1856 малай һәм 1524 ҡыҙ тыуған. Улар иҫәбендә 21 игеҙ һәм бер өс игеҙ бала. Республиканың бала табыу йортттарында йәмғеһе 3380 донъяға килгән. Был Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Хәл һәм проект ҡарарҙар үҙәгенең әлегә яҡынса мәғлүмәттәре, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яңы 2018 йылдың яңы йыл төнөндә төбәктә 17 бала: 11 ҡыҙ һәм алты ир бала тыуған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республикала 49,2 меңдән ашыу сабый донъяға ауыз һалды.