Башҡортостан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Росатом» менән берлектә илдең 39 төбәгендә тормошҡа ашырған «Һаҡсыл поликлиника» федераль проектына ҡушылды. Программа сиктәрендә уҙғарылған эштәр барышын кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһының проект етәксеһе Владимир Арженцов тикшерҙе.
«Һаҡсыл поликлиника» проекты дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының эш һөҙөмтәлелеген һәм медицина ярҙамы менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Ул сираттарҙы ҡыҫҡартырға, анализ тапшырыуҙы һәм уны тикшереүҙе тиҙләтергә, терапевҡа яҙылыуҙы ябайлаштырырға һәм шул уҡ ресурстарҙа тағы ла күберәк пациенттар ҡабул итергә шарттар булдырасаҡ.
2017 йылдың октябренән проектта республиканың дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы: Өфөләге 32-се поликлиника, 4-се балалар поликлиникаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Күмертау ҡала дауаханаһы ҡатнаша.
Программаның яҡынса ыңғай һөҙөмтәләре «Росатом» дәүләт корпорацияһы менән, шул иҫәптән «Һаҡсыл хөкүмәт» проектын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә мөмкинлек бирә. Ул һөҙөмтәһеҙ ваҡытлыса сығымдарҙы бөтөрөү, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен булдырыу һәм башҡарма власть органдарында эш һөҙөмтәлелеген артырыу нигеҙендә етештереү процестарын ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта проект биш төбәктә – Адыгея Республикаһында, Киров һәм Рязань өлкәләрендә, Ханты-Манси автономия округында, Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһында бойомға ашырыла.
— Был йүнәлештә эшләйәсәк структураларға предметлы тәҡдимдәр бар. Ошо проектты тормошҡа ашырыу менән беҙ Башҡортостан Республикаһында идара итеү системаһын камиллаштырыуҙың яңы этабына сығырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн республикаға ҡараған бер төркөм хөкүмәт, муниципаль структуралар, предприятиелар күбеһенсә хис-тойғоларҙа, системаһыҙ, иҫкесә эшләй. Ә «Һаҡсыл хөкүмәт» бөтәһен дә системаға килтерергә һәм яңы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә был юҫыҡта тырышып эшләрбеҙ.